1:08 PM День башкирского языка в общеобразовательных организациях | |
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнде . Быйылғы йылда М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл булыуға бағышлана. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторолды. Ошо айҡанлы бөтә белем учреждениеларында ,ойошмаларҙа башҡорт телен һаҡлауға бағышланған акциялар үтте. Бөтә акциялар ҙа бер «ҡыҙыл еп» менән үрелеп күҙ уңына тотола һәм әхлаки ҡиммәттәрҙе ,М.Аҡмулланың “Нәсихәттәр”енә дан йырлауға бағышланды. 7декабрҙән 14 декабргә тиклем һәр көн бер нәсихәттең төшөнсәһен асып биреүгә бағышланды һәм был акция“7 аҙым” тип билдәләнде. Әлшәй районы мәктәптәрендә “Башҡорт теле – иманлы тел “девизы менән төрлө саралар башланып китте. Раевка ауылының М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Муллағәлина Миләүшә Хәлил ҡыҙы “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” II Республика конкурсында “Уҡытыусы- эҙләнеүсе” номинацияһына лайыҡ булды.Гимназияла ,4-се мәктәптә уҡыусылар “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын йырлаһалар,башҡалар” Иманлы кеше ниндәй була ?”тигән һорауға үҙ фекерҙәрен әйттеләр,интервью бирҙеләр.Ташлы мәктәбендә сараны тантаналы рәүештә директор асты һәм аҙналыҡ план менән таныштырҙы.,уҡыусыларҙы әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.Башҡорт теле кабинеттарында,фойеларҙа стендтар яңыртылды.Кармыш,Никифар мәктәптәрендә Матур яҙыу акциялары үтте. Бер мәктәп тә был саранан ситтә ҡалманы. «Башҡорт теле – күңел көҙгөһө » девизы менән мәктәптәрҙә флешмобтар ,йырҙар йырланды.М.Аҡмулла шиғырҙарын уҡыусылар ғына түгел ,уҡытыусылар ҙа башҡорт,рус һәм сит телдәрҙә һөйләп ишеттерҙеләр.Башҡорт халҡының үткәне ,тарихы ,йәшәйеше киләсәк быуынға үрнәк булып яңғыраны. Мәктәптәрҙә «Мәҡәлдәрҙә – халыҡ аҡылы » акцияһы үтте. “ Аҡыллы уйлағансы, тиле һуғып йыҡҡан.”,”Аҡыллыға баш ҡиммәт, аҡылһыҙға мал ҡиммәт.”, Был көндө мәктәп уҡыусылары аҡыл тураһында төрлө мәҡәл-әйтемдәр, фәһемле фекерҙәр менән таныштылар, флешмоб үткәреп, видеоролик төшөрҙөләр. «Башҡорт теле - шөкөр тел» девизы менән башланды башҡорт теле дәрестәре. Ысынлап та ,үҙебеҙ шөкөр әйтә беләбеҙме икән? Ошондай сетерекле һорауға яуап эҙләнеләр уҡыусылар.Башланғыс кластар бейеү сәнғәте менән таныштылар “Ете ҡыҙ” бейеүенең тарихын өйрәнделәр,,үҙҙәре лә башҡорт көйҙәренә “Әпипә” не башҡарҙылар. “Туған тел донъяһы ” порталында ҡуйылған этноквизда ҡатнаштылар. «Башҡорт теле - әҙәпле тел» девизы аҫтында уҡыусылар ял көндәрен башҡорт режиссерҙарының ҡыҫҡа метражлы фиьмдарын ҡараны. «Башҡорт теле — сабырлыҡ теле» девизы менән онлайн форматта төбәк -ара “Бикбай уҡыуҙары” әҙәби конкурсҡа йомғаҡ яһалыу ҡаралған.Район мәптәптәре лә был саранан ситтә ҡалманы. «Башҡорт теле- ихлас тел» девизы менән ете көнлөк марафонға йомғаҡланды. 14 декабрь район мәктәптәрендә Башҡорт телен йомғаҡлап ,Берҙәм дәрестәр үткәрелде. 17 декабрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үтәсәк муниципаль һәм төбәк – ара олмпиадаларза катнашыу бара. | |
|