12:18 PM
21 февраль- һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө

21 февраль- һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө.Тел- халыҡтың матди һәм рухи байлығына аскыс ,тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер
Әлшәй районы мәктәптәрендә Халыҡ - ара Туған телдәр көнө "Телең барҙа илең бар,илең барҙа иркең бар" девизы аҫтында үтте Мәктәптәрҙә туған телдәргә ҙур иғтибар бүленгән,дәрестәр туған башҡорт,татар,рус телдәрендә уҙғарыла .
Район. мәғариф идаралығы планы буйынса мәктәптәрҙә түбәндәге саралар үтте
Мәктәп китапханалары,фойелар тематик планда йыһаҙландырылды." Дүҫыңа туған телдә китап бүләк ит" девизы аҫтында акциялар булдырылды, Раевка гимназияһы һәм М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары һәм уҡытыусылары Р,Ғариповтың ижады буйынса " Туған телем - күңел көҙгөм" тематик викторинала катнаштылар.Гимназияның юғары класс уҡыусылары Ағиҙел полилингваль күп профилле гимназия уҙғарған республика олимпиадаһында ҡатнаштылар
Район уҡытыусылары 17 февралдә онлайн- форматта үткән педагогик оҫтаханаға ҡушылдылар .Республика кимәлендә үткән Берҙәм дәрестәр
уҡыусыларға туған телен һөйөү,яратыу маҡсатында булдырылды .
22 февралдә Раевка гимназияһында "Туған телен маҡтап..."фәнни - ғәмәли конференция уҙҙы
Конференция Халыҡ - ара туған телдәр көнөн йомғаҡлап , Башҡортостан республикаһында башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналды.
Уҡыусылар башҡорт,рус ,татар телдәрендә тыуған яҡтың тарихы,,тарихи шәхестәре, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары тураһында эштәрен тәҡдим итте.

Просмотров: 144 | Добавил: admin | Рейтинг: 0.0/0