10:00 PM
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023»

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023»

18 ғинуарҙа Әлшәй районы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» регион-ара конкурсының муниципаль этабының береһе - "Дәрес" һынауы үтте.

Конкурс положениеһына ярашлы,районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары,  лицей уҡыусылары менән асыҡ дәрестәр күрһәтеп һынау тотто. 5 уҡытыусы араһынан финалға 3 педагог сыҡты. 24 ғинуарҙа финалистар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәктәр, үҙҙәренең инновацион тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡтар.

Уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Просмотров: 100 | Добавил: admin | Рейтинг: 0.0/0